Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Новости
31 Мая 2019, 12:00

“Ростелеком” таксофондарҙан ҡала-ара телефон бәйләнеше өсөн түләүҙе бөтөрҙө

Универсаль бәйләнеш хеҙмәте таксофондарынан ҡала-ара телефон бәйләнештәре өсөн 1 июндән түләү бөтөрөлә. Шулай итеп, ошо көндән башлап илдә теркәлгән телефон селтәренең теләгән бер номерына таксофондан бушлай шылтыратырға мөмкин, сөнки компания урындағы һәм зона эсендәге телефон бәйләнештәре хаҡын нулгә тиңләштерҙе.

Был таксофондар тәү сиратта социаль функцияға эйә – ул күп кенә алыҫта урынлашҡан һәм барып етеү ҡыйын булған торама пункттарҙа әле һаман берҙән-бер бәйләнеш сараһы булып тора. Таксофон трафигының 20 процентҡа яҡыны оператив хеҙмәттәргә (“Ашығыс ярҙам”, полиция, янғынға ҡаршы хеҙмәт, антитеррор) шылтыратыу тәшкил итә. Был хеҙмәттәргә шылтыратыуҙың һәр осрағы кешеләрҙең ғүмере, сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлегенә бәйле экстраординар хәл килеп тыуыуы тураһында һөйләй.

Мобиль бәйләнеш селтәрҙәре номерҙарына зона эсендә һәм ҡала-ара шылтыратыу-ҙар өсөн түләү шарттары үҙгәрешһеҙ ҡала.