Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 12 июнь – Рәсәй көнө – эшләмәй торған байрам көнө булып тора. Башҡортос- тан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 14 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, 4 июнь Ураҙа ғәйетен байрам итеү менән бәйле эшләмәй торған байрам көнө тип иғлан ителгән. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 4 һәм 12 июнь ял көндәре булып тора. Дүшәмбе, 3 июндә, һәм шишәмбе, 12 июндә, эш көнө оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡара.