Новости
31 Мая 2019, 08:02

Балалар баҡсаһында ҡунаҡтар

“Берҙәмлек” клубы

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ҡарамағындағы “Берҙәмлек” инструкторҙар клубы педагог Н. Бауэр етәкселегендә Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Светлячок” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән күңел асыусы уйын сараһы ойошторҙо. Клуб ағзалары А. Минко, Г. Макаров, Е. Пстыга, А. Ғәйнанова, С. Шакиров, О. Юлмөхәмәтов, Р. Ғәләүетдинов бәләкәстәр менән уйындар, йыр-ҡабатлағыстар, ҡысҡырғыс уйындар уҙғарҙы.

Балалар баҡсаһы “Берҙәмлек” клубына рәхмәт белдерә һәм артабанғы хеҙмәттәшлеккә өмөтләнә.