Мәсетле тормошо
+24 °С
Облачно
Новости
15 Мая 2019, 08:01

Республикала лабораторияларға 1250 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән

Башҡортостанда республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә 1250 кеше тәндән алынған талпанда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостанда республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә 1250 кеше тәндән алынған талпанда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Уҙған йылда ошо датаға мөрәжәғәт иткәндәр һаны — 745.


Бөгөнгә планлаштырылған 4 мең гектар биләмәнең 1,8 мең гектарында акарицидлы эшкәртеү үткәрелгән, тип хәбәр иттеләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығында.