30 апрелдә сәғәт 11-ҙә район Мәҙәниәт һарайында Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының отчет-һайлау конференцияһы буласаҡ. Хәҙерге заман шарттарында башҡорт халҡының социаль-иҡтисади һәм рухи үҫеше өлкәһендә мәнфәғәттәрен сағылдырыу өсөн 27 апрелгә тиклем райондың ауыл биләмәләрендә, Оло Ыҡтамаҡ ауылы ойошмаларында һәм учреждениеларында конференцияға делегаттар һайлау буйынса граждандар йыйылыштары уҙғарырға тәҡдим ителә.