Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Новости
22 Апреля 2019, 08:33

Өфөлә канат юлы эшләй башлай

20 апрелдән «Трамплин» туҡталышы янында урынлашҡан пассажирҙар аҫылмалы канат юлы эшләй башлай. Был хаҡта Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

20 апрелдән «Трамплин» туҡталышы янында урынлашҡан пассажирҙар аҫылмалы канат юлы эшләй башлай. Был хаҡта Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.


Граждандар өсөн түбәндәге хаҡтар билдәләнгән: 45 һум — ҡулаҡса, контактһыҙ түләү функцияһы менән банк картаһы буйынса; 35 һум — Өфө ҡалаһы Муниципаль электр транспорты идаралығының электрон пластик карталары буйынса.


Юл хаҡы федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге льготалылар, пенсионерҙар, уҡыусылар һәм юғары, урта, һөнәри уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыусылар өсөн Өфө ҡалаһы Муниципаль электр транспорты идаралығының электрон пластик карталары менән 20 һум тора. Биш йәшкәсә балалар бушлай йөрөй ала, 10 килограмға тиклемге багаж — бушлай, ун килограмдан ашыуыраҡ булһа, 50 һум.