Новости
19 Апреля 2019, 07:04

Сәсеүгә әҙерлек

Балаҡатай районында 2019 йылда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса зональ конференция булды.

Балаҡатай районында 2019 йылда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса зональ конференция булды.

Мәсетле районы делегацияһы составына район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, агрономдары һәм инженерҙары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары инде.

Сығышында БР Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов тотош республика буйынса тармаҡ үҫешенә иғтибар бүлде: ыңғай тенденциялар булған кеүек үк, кире яҡтар ҙа бар.

Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов агроконференцияла ҡатнашыусы райондарҙың бөтә производство күрһәткестәре буйынса эштәренә ентекле анализ үткәрҙе. Докладында ул аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күр-һәтеүгә күп иғтибар бүлде. Гектарға ҡарата субсидиялар, һөткә, элиталы орлоҡтар, ашламалар һатып алыуға субсидиялар һаҡлана. Шулай уҡ “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” һәм башҡа дәүләт ярҙамы программалары бойомға ашырыласаҡ.

Министр урынбаҫары Павел Иофинов алда торған баҫыу эштәренә техниканы әҙерләүгә аграрийҙарҙың иғтибарын туп-ланы. Ул республика буйынса яңы трак- торҙар, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы, комбайндар бик аҙ һатып алыныуын билдәләне. Ә шул уҡ ваҡытта урып-йы-йыуҙа иҫке, үҙ ресурсын күптән бөтөргән комбайндарҙы эксплуатациялау – ул уңыштың 20 проценттан ашыуын юғалтыу. Ул конференцияла ҡатнашыусыларҙы ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртырға техниканы лизингка алырға саҡырҙы. Дәүләт ярҙам бирә һәм уның менән файҙаланырға кәрәк.

Гөлдәр СОЛТАНОВА,

мәғлүмәт-консультация үҙәгенең I категориялы белгесе.