13 апрелдә 10.00 сәғәттә район Мәҙәниәт һарайының спорт залында волейбол буйынса ике спорт сараһы: Мәсетле районы ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиадаға ярашлы район ярыштары, шулай уҡ ауыл йәштәре араһында урындағы үҙидаралыҡ көнөнә арналған район беренселеге үтәсәк. Алдан заявка биреү өсөн 2-17-85 телефоны буйынса район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенә мөрәжәғәт итергә.