Районда физик тәрбиә буйынса өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – ул халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексының норматив талаптарын үтәү.
Яңыраҡ район мәҙәниәт йортоноң спорт залында халыҡ араһында түбәндәге төрҙәр буйынса ГТО нормаларын ҡабул иттеләр: йүгереү, кәүҙәне күтәреү, бейек/тәпәш турникта күтәрелеү, ҡулдарға таянып ятҡан килеш уларҙы бөгөү-турайтыу, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, гер күтәреү, һығылмалылыҡ.
Сара нон-стоп режимында үтте. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ирекле рәүештә, үҙ теләктәре менән суд коллегияһына нормативтарҙы тапшырҙы, уның составына Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексының муниципаль тест үҙәге етәксеһе Артур Сафин, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры һәм тренеры Илгизәр Ғилметдинов менән Салауат Кәрәмов, Башҡорт гимназияһының физкультура уҡытыусыһы Гөлназ Муллағәлиева инде.
Нормативтарҙы киләһе ҡабул итеү йөҙөү буйынса буласаҡ. Үҙ-үҙен раҫларға, башҡаларға һәм үҙенә сәләмәтлек, көс, энергия, эшкә һәләтлелек, сыҙамлылыҡ, күңел көрлөгө һәм үҙ-үҙенә ышанғанлыҡ сығанағы булараҡ спортты таныйым, тип әйтергә теләгән һәр кем ГТО тапшырыусылар сафына рәхим итһен!