1 апрелдән Мәсетле районында 23 уҡыу йортоноң башланғыс звено уҡыусылары биш көнлөк уҡыу режимына күсте. Коллегиаль орган ҡарары буйынса бары тик Йонос мәктәбе генә күсерелмәгән.
Уҡыу аҙнаһын планлаштырғанда бөтә шарттар ҙа иҫәпкә алынған.
Бөтә документация ла Мәғариф министрлығының методик кәңәштәренә, СанПиН-ға (2.4.2.2821-10) ярашлы рәсмиләштерелгән.
Районда барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениеларын да биш көнлөккә күсереү 2019 йылдың 1 сентябренән планлаштырыла.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, республика мәктәптәре Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә. Идея мәктәп белеме биреүҙең беренсе “Взлетай” форумында хупланылды.