Мәсетле тормошо
+19 °С
Облачно
Новости
2 Апреля 2019, 08:03

Өфөлә Башҡортостандың элекке ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры тотолған

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының элекке ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев тотолған. Ул ер участкаларын һатҡанда вазифа бурыстарын яуыз ниәттә файҙаланыуға ғәйепләнә.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының элекке ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев тотолған. Ул ер участкаларын һатҡанда вазифа бурыстарын яуыз ниәттә файҙаланыуға ғәйепләнә.


Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылдың ноябрендә ғәйепләнеүсе, үҙ вәкәләттәрен арттырып, законда билдәләнгән конкурс процедураларын үткәреү тәртибен һанға һуҡмайынса, ике ер участкаһын «Группа компаний СУ-10» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте милкенә һатыуҙы ойошторған. Участкалар Өфө ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан, дөйөм майҙаны — 17 мең квадрат метрҙан ашыу. Өҫтәүенә хаҡы участкаларҙың кадастр хаҡынан яртылаш кәметелгән.


Шуның менә бергә һатҡан саҡта Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ошо ер участкалары менән идара итеү хоҡуғы булмаған.


Енәйәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йәмғиәттең һәм дәүләттең хоҡуҡтары, законлы мәнфәғәттәре боҙолған, Башҡортостан дәүләт милкен һатыуҙан 27 миллион һум самаһы килем алып еткермәгән.


Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе тотолған, тәфтиш эштәре алып барыла, уға хөкөм сараһы һайлау тураһында мәсьәлә хәл ителә, тәфтишселәр ҡылынған енәйәттең бөтә шарттарын да асыҡлауҙы, уға ҡыҫылышы булған башҡа кешеләрҙе тикшереүҙе дауам итә.