Новости
1 Апреля 2019, 12:07

Баш ҡалала сауҙа үҙәге артындағы парковкала таксистың кәүҙәһе табылған

Өфөлә 1 апрелдә иртән Ибраһимов бульвары, 88 адресы буйынса урынлашҡан сауҙа үҙәге артындағы парковкала бер ирҙең кәүҙәһе табылған.

Өфөлә 1 апрелдә иртән Ибраһимов бульвары, 88 адресы буйынса урынлашҡан сауҙа үҙәге артындағы парковкала бер ирҙең кәүҙәһе табылған. Ул онкология сиренән яфаланған тигән мәғлүмәт бар. Сығанаҡ хәбәр итеүенсә, һәләк булған ир таксист булып эшләгән. Машинанан сыҡҡан сағында уның хәле ҡапыл насарайған һәм ул ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән.


«Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм килгән. Әле ирҙең үлем сәбәптәре асыҡлана», — тип аңлатма бирҙеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.


Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, урында тәфтишсе эшләй. Енәйәт эҙҙәре табылмаған.