Новости
29 Марта 2019, 12:06

Республикала бер йылда 48 йәштән өлкән биш ҡатын-ҡыҙ тәүге тапҡыр әсә булған

Башҡортостанда былтыр 48-51 йәшлек биш ҡатын-ҡыҙ тәүге тапҡыр әсәлек бәхетен татыған.

Башҡортостанда былтыр 48-51 йәшлек биш ҡатын-ҡыҙ тәүге тапҡыр әсәлек бәхетен татыған. Республиканың төрлө райондарынан тағы биш ҡатын-ҡыҙ шул йәштә икенсе һәм артабанғы балаһын тапҡан. Был турала Рәсәйҙең Социаль страховкалау фонды хәбәр итә.


Шулай уҡ фонд белгестәре иң ҙур ауырлыҡтағы сабыйҙың Өфөлә донъяға килеүен билдәләгән — 5,63 килограмм. Ә Стәрлетамаҡ малайы иң буйсаны тип танылған — 67 сантиметр.


2018 йылда «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе Башҡортостандың медицина ойошмаларына 462,3 миллион һум бүлгән. Аҡсаны ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөклөлөк осоронда медицина хеҙмәттәре өсөн ҡатын-ҡыҙ консультациялары, сабыйҙарҙы бер йәшенә тиклем күҙәтеү хеҙмәттәре өсөн балалар поликлиникалары алған.