28 мартта, шағир Шәйехзада Бабич фажиғәле һәләк булған көндә, республиканың Яҙыусылар союзы уның ижадына арналған флешмоб башлай. Акция Өфөлә Рәсәй ислам университеты (Бабич уҡыған элекке «Ғәлиә» мәҙрәсәһе) ҡаршыһында уҙа. Адресы: Чернышевский урамы, 5.