Мәсетле тормошо
+19 °С
Облачно
Новости
27 Марта 2019, 10:05

Баш ҡалала подъезда үле сабый менән ҡанға батҡан ҡатын табылған

Өфөлә Еңеү урамындағы күп фатирлы йортта бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.

Өфөлә Еңеү урамындағы күп фатирлы йортта бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. 26 мартта урында йәшәүселәр ҡанға батҡан ҡатынға һәм уның эргәһендәге үле сабыйға юлыҡҡан.


Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатындың һуңғы срокта балаһы төшкән. Мәғлүмәттәр республиканың тәфтиш комитетына ебәрелгән.


«Башҡортостан» ДТРК-һы мәғлүмәтенә ярашлы, ваҡиға шаһиттары ашығыс ярҙам саҡыртҡан, зыян күргән ҡатын, шок хәлендә булғанғалыр инде, китергә маташҡан.


Тикшереүҙән һуң тәфтишселәр процессуаль ҡарар ҡабул итергә тейеш. Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ла тикшереү уҙғарыла.