Новости
19 Марта 2019, 10:00

Республикала 20 йылға яҡын туберкулез менән сирләүселәр кәмей

Башҡортостанда 2001 йылдан алып туберкулез менән сирләүселәр кәмей.

Башҡортостанда 2001 йылдан алып туберкулез менән сирләүселәр кәмей. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда күрһәткес 100 мең халыҡҡа 40 кеше тәшкил иткән — 2017 йылғы кимәлдән 3% түбәнерәк. Былтыр ауырыу балалар һаны — 100 мең балаға 3,3 (2017 йылға -5,7%).
Төбәктә ил һәм Волга буйы федераль округы буйынса сирләүселәр аҙыраҡ — 5,3% һәм 1,3%.
Статистика 24 мартта билдәләнгән Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнә ҡарата иғлан ителде.