Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Новости
19 Марта 2019, 06:00

Агрофорум

12 марттан 15-енә тиклем Өфө ҡалаһында ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмә комплексы майҙансығында XXIX халыҡ-ара “Агрокомплекс” күргәҙмәһе һәм Агросәнәғәт форумы үтте.



12 марттан 15-енә тиклем Өфө ҡалаһында ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмә комплексы майҙансығында XXIX халыҡ-ара “Агрокомплекс” күргәҙмәһе һәм Агросәнәғәт форумы үтте.

Мәсетле районы исеменән район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов етәкселегендәге делегация ҡатнашты.

Беренсе көндө 13 семинар һәм түңәрәк өҫтәл булды. Район исеменән сығыш яһаусылар пленар ултырышта, семинарҙарҙа һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, “Башсельхозтехника” территорияһындағы күргәҙмәлә булдылар, унда заманса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар менән таныштылар.

Алдағы йылдарҙағы кеүек үк “Урарту” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы (рәйесе – Гагик Аветян) үҙ продукцияһын тәҡдим итте.