Башҡортостан биләмәһендә 15 мартта эш аҙнаһы тамамланыуға бәйле транспорт ағымының йәнләнеүе көтөлә. Юлдарҙа хәүефле хәлдәргә, шулай уҡ ҡайһы бер водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймау өсөн республиканың Дәүләт автоинспекцияһы рейдтар уҙғара.
«Иҫкәртеү сараларында водителдәрҙе тикшереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошондай рейдтар үткәреү кәрәклеген аңлауығыҙ өсөн рәхмәт. Юлдарҙа бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға.