Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Новости
13 Марта 2019, 10:06

Өфөлә йәш әсә 2 йәшлек балаһын 9-сы ҡаттың тәҙрәһенән ырғытҡан

Өфөнөң Киров районында 13 мартта иртәнге сәғәт 10 тирәһендә ике йәшлек бала 9-сы ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшкән.

Өфөнөң Киров районында 13 мартта иртәнге сәғәт 10 тирәһендә ике йәшлек бала 9-сы ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшкән. Ғәҙәттән тыш хәл Дыуан бульварындағы 30-сы йортта булған. Был хаҡта Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә хәбәр иткәндәр.


«Урынға ашығыс ярҙам бригадаһы, полицейскийҙар, Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре ебәрелгән. Кескәй ҡыҙҙың 21 йәшлек әсәһе баланы тәҙрәнән ырғытҡан, шунан үҙе һикергән. Икеһе лә дауаханаға оҙатылған», — тип белдерҙеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.


Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.