Мәсетле тормошо
+18 °С
Облачно
Новости
12 Марта 2019, 06:35

Оло Аҡа уҡыусыһының сираттағы уңышы

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үҫмерҙәр араһында В. И. Вернадский исемендәге тикшеренеү эштәре IV республика конкурсы уҙҙы.

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үҫмерҙәр араһында В. И. Вернадский исемендәге тикшеренеү эштәре IV республика конкурсы уҙҙы. Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан 120-нән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Улар һигеҙ секцияла үҙ проекттарын тәҡдим итте.

Беҙҙең райондан Оло Аҡа мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айрат Сафин һәм уның фәнни етәксеһе – тарих һәм йәм-ғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Лена Ғәйнанова ҡатнашты. Айрат “Кеше тарихта: Мөхәмәтхафиз Хәбибуллин” исемле эшен тәҡдим итте һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә бәйле секцияла үҙ проектын уңышлы яҡланы. Айратҡа “Тикшеренеү эшенең тәрәнлеге һәм фәннилеге” дипломы тапшырылды.