Мәсетле тормошо
+21 °С
Облачно
Новости
11 Марта 2019, 12:00

Башҡортостандың ҙур төбәк банкы – Роскомснаббанктың лицензияһы тартып алынды

Рәсәйҙең Үҙәк банкы 7 мартта Өфөләге «Роскомснаббанк»тың (элекке «Башкомснаббанк») лицензияһын тартып алды, тейешле документ Үҙәк банктың сайтында баҫылды.

Рәсәйҙең Үҙәк банкы 7 мартта Өфөләге «Роскомснаббанк»тың (элекке «Башкомснаббанк») лицензияһын тартып алды, тейешле документ Үҙәк банктың сайтында баҫылды. Бер үк ваҡытта Рәсәй банкы кредит ойошмаһының ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында һөнәри эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн лицензияһын ғәмәлдән сығарҙы.


Үҙәк банк белдереүенсә, «Роскомснаббанк» эшмәкәрлегендә етәкселектең намыҫһыҙ эш итеүе билдәләнгән. Кредит ойошмаһы клиент-юридик берәмек файҙаһына юғары процент ставкаһы менән физик берәмектәрҙән аҡса ҡабул иткән, аҙаҡтан улар бер нисә кампанияға займдар биреүгә йүнәлтелгән. Ошондай взностар буйынса физик берәмектәр алдындағы бурыс халыҡтан яңынан йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә ҡапланған. Был эшмәкәрлек агрессив төбәк реклама кампанияһы шарттарында алып барылған. Шулай уҡ Үҙәк банк төҙөлөш проекттарын кредитлау күләменең «Роскомснаббанк» капиталы күләменән 3 тапҡырҙан ашыуға артыуы тураһында хәбәр итә.


Бөгөн вкладтарҙы страховкалау агентлығы «Роскомснаббанк»ка ҡарата страховка осрағының башланыуы тураһында белдерҙе. Агентлыҡ банк клиенттарына түләүҙәрҙе 2019 йылдың 21 мартынан да һуңға ҡалмайынса күсерә башларға тейеш.


2017 йылдың аҙағында банк «Башкомснаббанк»тан «Роскомснаббанк» тип үҙгәртелде. kartoteka.ru сервисы мәғлүмәттәренә ярашлы, «Роскомснаббанк» акцияларының 65,49% — шәхси ҡулдарҙа. Банк идараһы рәйесе— Флүр Ғәлләмов.