Новости
6 Марта 2019, 06:03

Һауым артты

Йыл башынан район буйынса 1634,3 т һөт һауып алынған. Был күрһәткес былтырғы осорҙан 16,4 тоннаға күберәк.

Йыл башынан район буйынса 1634,3 т һөт һауып алынған. Был күрһәткес былтырғы осорҙан 16,4 тоннаға күберәк.

Иң күп һөттө “Ленинский” АПК-һында алғандар – 777,8 т (былтырғынан 0,3 тоннаға күберәк). “Йондоҙ”ҙа – 154,3 (47,2 тоннаға күберәк), “Дәүләтбаев” КФХ-һында – 82,37 т (35,8-гә әҙерәк), “Ҡыҙылбай” ЯСЙ-һында – 33,21 т (2,96-ға әҙерәк).

Бөтә ауыл хужалығы предприятиелары буйынса һауып алынған һөт бер һыйырға 815,1 кг тәшкил итә, “Ленинский” АПК-һында – 1111,2 ; “Дәүләтбаев” КФХ-һында – 605,6; “Йондоҙ” йәмғиәтендә – 514,3; “Ҡыҙылбай”ҙа – 291,3 кг.