Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Новости
5 Марта 2019, 06:07

“Эреспал”: ғүмер өсөн хәүефле

Рәсәй дарыуханаларынан йүтәлдән дауалаусы һәм инфекцияларға ҡаршы “Эреспал” дарыуын ашығыс рәүештә һатыуҙан кире алалар. Белгестәр-ҙең билдәләүенсә, был дарыу- ҙы ҡулланыу ауыр эҙемтәләргә килтерергә мөмкин, хатта үлем менән тамамланыуы ихтимал.

Рәсәй дарыуханаларынан йүтәлдән дауалаусы һәм инфекцияларға ҡаршы “Эреспал” дарыуын ашығыс рәүештә һатыуҙан кире алалар. Белгестәр-ҙең билдәләүенсә, был дарыу- ҙы ҡулланыу ауыр эҙемтәләргә килтерергә мөмкин, хатта үлем менән тамамланыуы ихтимал.

Ҡасандыр һыуыҡ үткәреп сирләгән һәр кешегә тиерлек был дарыуҙың исеме таныш. Бигерәк тә – әсәйҙәргә: йүткереп ауырыған балаларға әле бөтөнләй яңы ғына һәр ерҙә тиерлек был дарыуҙы яҙалар ине. Бына көтмәгәндә “Эреспал”дың әйләнештән алыныуын хәбәр итәләр. Һәм был Рәсәйҙә генә түгел, ә бар донъя буйлап. Дарыуҙың сыҡҡан урыны – Францияла – был эш 8 февралдә үк башланған. Ә 14 февралдә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау күҙәтеүе лә һатыуҙы тыйыу тураһында иғлан итте.

“Был ҡарар күптән түгел үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә ҡабул ителде. Асыҡланыуынса, дарыуҙы ҡабул иткәндә электрокардиограммала QT-интервал оҙонайыуы ихтимал. “Лаборатории Сервье” акционерҙар йәмғиәтенең (Франция) Рәсәй Федерацияһындағы вәкиллеге әлеге ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә Рәсәйҙә артабан эш итеүҙең тәртибен тикшерә”, – тиелә дарыу етештереүсе фармкомпанияның Рәсәйҙәге вәкиллеге хәбәрендә. Эш шунда: “Эреспал” составында йөрәк ритмын боҙоуға килтереүсе фенспирид бар. Дарыуҙы теләк белдергән кешеләрҙә һынап ҡарағандар һәм дарыуҙың тахикардияға килтереүен, уның йөрәктең туҡтауына килтереү ихтималлығын асыҡлағандар. Нәҡ шуға күрә таблеткаларҙы һәм сиропты әйләнештән алырға булғандар. Әлеге мәлдә был дарыуҙы эсеүселәргә уның менән дауала- ныуҙы туҡтатырға һәм уның урынына икенсе дауа бирһендәр өсөн табипҡа мөрәжәғәт итергә ҡушалар. Әйткәндәй, хәүефле фенспирид нигеҙендә “Эреспал” дарыуын ғына етештермәйҙәр. Ул матдә бронхыны дауалаусы һәм елһенеүгә ҡаршы башҡа дарыуҙар составында ла бар. Хәҙер эксперттар уларҙың исемлеген төҙөй.

(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).