Новости
4 Марта 2019, 08:04

Масленица

Христиан динен йөрөтөүселәрҙә Бөйөк пост башланғанға тиклем ете көн дауамында, Пасхаға тиклем ете аҙна алдан Масленица билдәләнә. 2019 йылда ул 4-10 мартҡа тура килә. Байрамдың дини исеме – Сырная седмица. Масленица ҡышты оҙатыуҙы һәм яҙҙы ҡаршылауҙы аңлата.

Был байрамды славян халҡы борондан уҡ билдәләгән. Һыуыҡ ваҡыттың тамамланыуы менән бәйле күңел асыуҙарҙың мотлаҡ атрибуты – алһыуланып бешкән түңәрәк ҡоймаҡ. Ул – ошо мәлдән башлап хужа буласаҡ ҡояштың сағылышы.

Масленица – иң күңелле, иң шау-шыулы халыҡ байрамы. Был аҙнаның һәр көнө исемгә эйә. Шунан сығып, һәр көндө нимә эшләргә икәнлеге билдәләнә. Һуңғы көнө – йәкшәмбе (“Прощёное воскресенье”) – кешеләр бер-береһенән ғәфү үтенгән, насар ҡылыҡтарын оноторға һораған. Был ритуал үбеү һәм баш эйеү менән тамамланған. Был көндө шулай уҡ мәрхүм туғандарының ҡәберҙәренә барғандар. Кешеләр гонаһтарын йыуып төшөрөр өсөн мунсаға барған. Ә кисен ауыл ситендә Масленица ҡарасҡыһын яндырғандар.

Бөгөн был байрамдың традицияларын теүәл үтәп тә булмай-ҙыр, сөнки Масленица аҙнаһы беҙҙең өсөн ял түгел, ә ғәҙәти эш аҙнаһы булып тора. Ә шулай ҙа ата-бабалар йолаларын белеп ҡуйыу ҡамасауламаҫ.

Надежда ГАЛАНОВА

әҙерләне.