Рәсәй мәғариф күҙәтеүе “Мин – уҡыуҙы тамамлаусы!” акцияһы иғлан итә. Ҡатнашыу өсөн “БДИ-ға мин нисек әҙерләнәм”, “Мин ниндәй имтихандар тапшырасаҡмын”, “Мин ҡайҙа уҡырға инергә теләйем һәм ни өсөн”, “Киләсәктә үҙемде кем итеп күрәм” темаларының береһенә үҙең тураһында 15 секундҡа тиклем ҡыҫҡа видео яҙҙырырға.
Был видеоны #Явыпускник #Ясдам ЕГЭ һәм #ЕГЭ2019 хэштегтары менән социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға. Видеолар һаны сикләнмәгән! Март һуңына тиклем режиссерҙар бер нисә тиҫтә иң яҡшы акцияла ҡатнашыусыны һайлап аласаҡ һәм уларҙан ролик монтажлаясаҡ, уны бөтә Рәсәй күрәсәк.