Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Новости
1 Март 2019, 10:04

АВТОЛЕДИ

6 мартта Оло Ыҡтамаҡ ауылында "Мәсетле районы автоледиһы-2019" район бәйгеһе уҙасаҡ. Ҡатнашыусыларҙы теркәү 14.00 сәғәттә буласаҡ. Конкурс 15.00 сәғәттә башлана.

6 мартта Оло Ыҡтамаҡ ауылында "Мәсетле районы автоледиһы-2019" район бәйгеһе уҙасаҡ. Ҡатнашыусыларҙы теркәү 14.00 сәғәттә буласаҡ. Конкурс 15.00 сәғәттә башлана.

Конкурста транспорт сараһы менән идара итеүгә "В” категориялы таныҡлығы булған 18 йәштән өлкән теләге булған һәр ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша ала. Конкурс ҡатнашыусының үҙ автомобилендә лә, Дыуан күп профилле колледжының автоһәүәҫкәрҙәр автомобилендә лә уҙырға мөмкин. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр 5 мартҡа тиклем dmk.pu – 153@mail.ru электрон адресына ойоштороу комитетына ғариза-анкетаны ваҡытында тапшырырға йәки колледждың ҡабул итеү бүлмәһенә ҡалдырырға тейеш.