Новости
25 Февраля 2019, 06:02

Республикала янған өйҙә ир менән ҡатындың, йәш баланың кәүҙәләре табылған

24 февралдә көндөҙгө 12-се яртыла республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылындағы ағас йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.

«Тәүгеләрҙән булып Ҡаҙанболаҡ һәм Яңыбай ауыл советтарының ирекле янғын һүндереүселәре, һуңынан 11-се отряд ҡотҡарыусылары, ашығыс ярҙам һәм полиция хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ урындағы хакимиәте вәкилдәре килеп еткән», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Утты һүндергән ваҡытта өс кешенең: 34 йәшлек ҡатындың, йәш ярымлыҡ баланың һәм бер ир-егеттең кәүҙәләре табылған. Шулай уҡ янғын урынынан 51 йәшлек ҡатын район дауаханаһына оҙатылған. Һәләк булған күп балалы әсәнең 15 йәшлек ҡыҙы менән 7 йәшлек улы йорттан үҙаллы сыға алған.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.