Осрашыуҙа Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, район кооперативтары рәйестәре һәм предприятиелары директорҙары ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар инвестиция проекттарының оҙатылышы, 2019 йылда планлаштырылыусы предприятиеларҙы үҫтереү, төп капиталға инвестициялар, етештерелгән продукция, үтәлгән хеҙмәттәр күләмдәрен арттырыу, “БР-ҙы үҫтереү корпорацияһы” акционерҙар йәм-ғиәте эшмәкәрлеге һәм Мәсетле районы предприятиелары һәм ойошмалары өсөн мөмкинселектәр тураһындағы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.