Новости
25 Февраля 2019, 08:06

24 февралдә Өфөлә, Комаров урамындағы подъезд янында, 8-се полиция бүлексәһе хеҙмәткәренең мәйете табылған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙенең сығанаҡтарынан билдәле булды.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, уның тәнендә көс ҡулланыу эҙҙәре юҡ. Полицейский 11-се ҡаттың тәҙрәһенән ҡолаған тигән фараз бар.

Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткәр отпускыла булған, фажиғәнең ғаилә сәбәптәре арҡаһында килеп сыҡҡанлығы билдәле.

Эске эштәр министрлығы етәкселеге ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн хеҙмәт тикшереүе тәғәйенләгән.

Һуңғы ярты йылда был Башҡортостан полицейскийҙары менән бәйле бишенсе фажиғәле осраҡ. 24 декабрҙә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәренең кәүҙәһе табылғайны. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, ЮХХДИ хеҙмәткәре үҙ-үҙенә ҡул һалған.