Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Новости
19 Февраля 2019, 10:00

Башҡортостанды «#РәсәйБуйлапСәйәхәтИтергәВаҡыт – 2019» йыйынтығына индерҙеләр

Башҡортостан Республикаһын «#РәсәйБуйлапСәйәхәтИтергәВаҡыт – 2019» электрон йыйынтығына индерҙеләр.

Башҡортостан Республикаһын «#РәсәйБуйлапСәйәхәтИтергәВаҡыт – 2019» электрон йыйынтығына индерҙеләр. Был – илдең туристик ваҡиғалары, ваҡиғалар туризмы өлкәһендә Russian Event Awards милли премияһы ҡатнашыусылары һәм лауреаттары тураһында онлайн-буклет.


Быйыл авторҙар Рәсәйҙең 31 төбәгенән 100 туристик проект тәҡдим итте. Башҡортостан ваҡиғалары араһында түбәндәгеләр: «Иштуған» ҡыҫала тотоу фестивале, IV «Ваҡыт йылғаһы» Бөтә Рәсәй тарихи реконструкция фестивале, «Яңы йылса мөғжизәле Башҡортостан — TerraZima фестивале».


«Йыйынтыҡта туристик маршруттар хаҡында ла мәғлүмәт бар: өс көнлөк «Ысын Башҡортостан» этнотуры, «Пржевальский эҙҙәре буйлап» атлы экспедицияһы», — тип белдерҙеләр республика Туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.


Электрон йыйынтыҡты бында ҡарарға мөмкин.