Февралдә Ерҙең геомагнит майҙаны йәнә ҡояш әүҙемлегенә эләгә.
Ай башында магнит тул-ҡындары көслө булманы һәм оҙаҡҡа һуҙылманы. Әммә Ҡояш үҙгәреп тора һәм февралгә магнит дауылдары көндәрен күҙәтеп барыу ҡамасауламаҫ. Көслө булмаған магнит дауылдары 8, 9, 14, 20-26 февралдә көтөлә.Февралдә етди магнит дауылы 15-ендә буласаҡ. Был көндө яңы эш башламау хәйерле, самолет һәм автомобилдә ҡайҙалыр йыйынһағыҙ, хәрәкәт итеүҙе поезға алмаштырыу яҡшыраҡ, сөнки техника ла ҡояш йоғонтоһона бирелеүсән һәм көтмәгәндә сафтан сығыуы ихтимал.
Магнит дауылдары төрлө кешенең организмына төрлөсә тәьҫир итә. Ҡояш әүҙемлегенең беҙҙең организмға йоғонто яһай алыуына бәйле ғалимдар теүәл генә яуап таба алмаған. Ҡайһыларының фекеренсә, кешенең үҙен насар тойоуының сәбәбе – сәләмәтлек торошо. Халыҡтың 10 проценты ғына ҡояш әүҙемлегенән интегә, ҡалған 90 проценты үҙҙәрен быға ышандыра ғына.
(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).