Новости
8 Февраля 2019, 06:00

Республикала бюджет хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы билдәле булды

Уҙған йылда республикала фән һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 34 231 һум тәшкил итте, тип белдерә Башҡортостанстат.

Уҙған йылда республикала фән һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 34 231 һум тәшкил итте, тип белдерә Башҡортостанстат.


Статистиктар мәғлүмәте буйынса, былтыр ғинуар-декабрь айҙарында балалар баҡсаларында тәрбиәселәрҙең уртаса эш хаҡы – 28 053 һумға, мәктәп уҡытыусыларының – 29 999 һумға, өҫтәмә белем биреү педагогтарының 30 511 һумға етте.


Урта махсус уҡыу йорттарында уҡытыусыларҙың һәм мастерҙарҙың хеҙмәт хаҡы бер аҙ юғары – уртаса 30 648 һум.


Юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының уртаса хеҙмәт хаҡы уҙған йылда 62 729 һум тәшкил итте. Ғилми хеҙмәткәрҙәр ай һайын тағы ла күберәк алды – уртаса 65 270 һум.


Медицина өлкәһенә килгәндә, 2018 йылда табиптарҙың уртаса эш хаҡы 60 194 һумға етте.


Урта медицина персоналының хеҙмәт хаҡы ике тапҡырға түбәнерәк – 30 252 һум,ә кесе медицина персоналының – 30 673 һум.


Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күләме оҡшаш – ғинуар-декабрҙә уртаса 30 551 һәм 30 377 һум, тип белдерҙе статистиктар.