Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Новости
7 Февраль 2019, 10:04

Рәсәй саңғы юлы (9.02.19)

9 февралдә “Рәсәй саңғы юлы” XXXVII Бөтә Рәсәй күмәк кеше ҡатнашлығындағы саңғы уҙышы сиктәрендә район саңғы ярышы үтәсәк.

9 февралдә “Рәсәй саңғы юлы” XXXVII Бөтә Рәсәй күмәк кеше ҡатнашлығындағы саңғы уҙышы сиктәрендә район саңғы ярышы үтәсәк.

Саңғы уҙышын үткәреү урыны – Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Комета-спорт” саңғы базаһы. Ярыш 10.30-ҙа башлана. Ҡатнашыусылар сәғәт 10-да теркәлә. Ярышта алдан әҙерлеге һәм табип рөхсәте булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәгән. Саңғыла йөрөү стиле – ирекле. Төркөмдәргә бүленеп старт бирелә. Табип, белем биреү учреждениеһы етәксеһе тарафынан раҫланған заявкалар ярыш көнөндә баш судьялар коллегияһына бирелә.