Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно
Новости
4 Февраля 2019, 10:01

Беҙгә “Китап” килә!

7 февралдә иртәнге сәғәт 10-да район Мәҙәниәт һарайында “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында йәшәгән башҡорттарҙың милли кейемдәре” темаһына зональ фәнни-ғәмәли конференция уҙа.

7 февралдә иртәнге сәғәт 10-да район Мәҙәниәт һарайында “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында йәшәгән башҡорттарҙың милли кейемдәре” темаһына зональ фәнни-ғәмәли конференция уҙа. Уның барышында ошо темаға арналған төрлө күргәҙмәләр эшләйәсәк. Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте милли кейем тураһында әҙәбиәт тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ Башҡортостандың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған “Баш-ҡортостан Республикаһының 100 ауыл һәм ҡалаһы уҡыусыларына башҡорт китабы” акцияһы нигеҙендә китап һатыу күргәҙмәһе ойошторола.