Мәктәптең вакантлы урындар һаны тураһындағы мәғлүмәтте рәсми сайтта, Мәсетле районының барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениеларындағы мәғлүмәт стендтарында урынлаштырасаҡтар. Районда беренсе класҡа алыу өсөн вакантлы урындар менән проблемалар юҡ. Беркетелгән территорияла йәшәмәгән балалар өсөн документтар ҡабул итеү 2019 йылдың 1 июленән башланасаҡ. Ғаризаны ҡағыҙҙа яҙылған килеш тә, электрон формала ла бирергә мөмкин. “Зачисление в образовательное учреждение” ғаризаһының электрон формаһы “Госуслуги Башкортостан” һәм “Электронное комплектование школ в РБ” муниципаль хеҙмәттәр порталында буласаҡ.