Мәсетле тормошо
+18 °С
Облачно
Новости
28 Января 2019, 10:04

Тәүге форум

1 февралдә “Торатау” Конгресс-холында мәктәп мәғарифы етәкселәренең тәүге форумы үтә.

1 февралдә “Торатау” Конгресс-холында мәктәп мәғарифы етәкселәренең тәүге форумы үтә. Унда 700-ҙән ашыу кеше: мәктәп директорҙары, урындағы үҙидара органдарының мәғариф өлкәһендә идараны ғәмәлгә ашырған етәкселәр, башҡарма власть органдары вәкилдәре, һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә еңеп сыҡҡан педагогтар ҡатнашасаҡ.

Форум барышында “Мәғариф” милли проекты, йәш педагогтарҙы ауыл мәктәптәренә йәлеп итеү, һәләтле балаларға педагогтарҙың ярҙамы, хәҙерге заман хәүефе, балаларҙың мәктәптәге хәүефһеҙлеге, мәктәптә туҡланыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Шулай уҡ халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре иҫәбенән Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһын алыусы уҡыусыларҙы һәм уҡы- тыусыларҙы бүләкләү тантанаһы буласаҡ.