Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы барлыҡ ветеринария участкаларында һәм ветеринария станцияларында йорт хайуандарына ҡотороу сиренә ҡаршы акция башланы. Вакцина ҡаҙау аҙна һайын шаршамбы иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем һәм шәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙән 10-ға тиклем уҙғарыла. Бар мәғлүмәтте 8-800-77-55-828 “Ҡыҙыу линия” телефоны йәки 8 (34770) 2-12-52, 2-00-93 район ветстанцияһы номеры буйынса алырға мөмкин.