Башҡортостанда беренсе «Ер һүҙе» халыҡ-ара кинофорумына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Кинофорумдың төп саралары 12-14 апрелдә Өфөлә уҙа. Тәүге, ситтән тороп ҡатнашыу туры 21 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем бара. Ошо хаҡта тулыраҡ «Башинформ» агентлығында ойоштороусылар һөйләне.
«Мин кинематографты һәр саҡ үҙмаҡсат итеп түгел, ә ҡорал итеп ҡарайым. Шуға беҙ һәр социаль әүҙем кешегә ошо мәсьәлә хаҡында һөйләргә һәм экран аша хәл итеү юлын күрһәтергә, йәмғиәт менән бүлешергә мөмкинлек биргән проект тәҡдим иттек, – тип һөйләне «Ер һүҙе» кинофорумы президенты Булат Йосопов. — Бәлки, ниндәйҙер идеялар етди ғилми тикшеренеү предметына әүерелер. Беҙҙең кинофорум иң яҡшы режиссер һәм оператор эше бәйгеһе түгел, ә аралашыу һәм идеялар менән бүлешеү майҙансығы булыуын теләр инем».
Кинофорум саралары ижади һәм фәнни секцияларҙың эшен үҙ эсенә ала. Кинофорумдың ижади өлөшөндә — республика халыҡтары телдәрендә төшөрөлгән фильмдар күрһәтеү. Улар араһында Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ижади коллективтары тәҡдим иткән кинофильмдар/роликтар/клиптар, шулай уҡ асыҡ республика конкурсын уҙғарыу барышында республикала йәшәүселәр төшөргән 15 фильм/ролик/клип бар.
«Кинофорум тикшереүенең төп темалары — кеше шәхесендә тел, ғаиләлә, социаль төркөмдәрҙә тел мәҙәниәтте һәм милли берҙәмлекте һаҡлау нигеҙе булараҡ тел», — тип хәбәр итте кинофорумдың программа директоры Зөһрә Бураҡаева.
Кинофорумдың фәнни өлөшө күренекле фән эшмәкәрҙәре — лингвистар, социологтар, психологтарҙың сығыштарынан тора.
Проект республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Кинофорумды ойоштороусылар һәм яуаплы башҡарыусылар: «Арҡаҙаш» фәнде һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк йәмәғәт фонды һәм Булат Йосоповтың кино мәктәбе. Кинофорум Өфө дәүләт нефть техник университетында уҙғарыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт — slovo-zemli.ru сайтында.