Новости
22 Января 2019, 08:05

Ҡатын-ҡыҙҙар советы эш планын билдәләне

Үткән аҙнала район ҡатын-ҡыҙҙар советының яңы йылдағы тәүге ултырышы булды. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары – район предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырышта ойоштороу мәсьәләләренә ҡағылдылар. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова ҡатын-ҡыҙҙар советының 2019 йыл һуңына тиклемге эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне.

Осрашыу һуңында ағымдағы йылға саралар планы раҫланды.