2019 йылдың 1 ғинуарынан “РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль закон көсөнә инде. Закон граждандарға үҙ ихтыяждары өсөн лапыларҙы бушлай йыйырға рөхсәт итә.
Республика халҡынан әлеге законды ҡулланыу буйынса бихисап һорауҙар килә. Ошоноң менән бәйле, уларҙы иң ныҡ борсоған һорауҙарға яуап бирергә кәрәктер, тип иҫәпләйем.
Лапы – ул көслө елдән, ҡар ауырлығынан, кибеп йәки ауырып ауған ағастар.
2. Лапыны йыйыу өсөн кемдән рөхсәт алырға кәрәк?
3. Лапы әҙерләү өсөн урманға үҙең менән балта һәм бысҡы алып барырға яраймы?
Эйе, мөмкин, шул иҫәптән бензобысҡы ла рөхсәт ителә. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ, сөнки ятҡан ағасты алып ҡайтыу өсөн өлөштәргә бүлергә кәрәк.
4. Лапыны йылдың ҡайһы миҙгелендә алырға була?
Айырыуса янғын хәүефе юғары булған осорҙа урманға барыу тыйылған осраҡтарҙан тыш, лапыны йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә йыйып алырға мөмкин.
5. Ниндәй урмандарҙағы лапыны әҙерләргә рөхсәт ителә?
Уны диләнкә йығыу, элегерәк әҙерләнгән ағастар өйөлгән урындарҙан тыш, бөтә урмандарҙа ла әҙерләргә була.
БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан үҙенең территориаль подразделениеларына ебәрелгән 2018 йылдың 26 декабрендәге 03/9251 һанлы хатының ғәмәлгә индерелмәүенә һәм ҡулланылырға тейеш түгеллегенә иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм. Унда урман һағы органдарына хәбәр итеү һәм лапы әҙерләү өсөн рөхсәт алыу кәрәклеге тураһында күрһәтмә бар ине. Әлеге ваҡытта министр тарафынан законды ҡулланыу буйынса яңы хат ебәрелде. 12 ғинуарҙа БР урман хужалығы министры һәм уның урынбаҫарҙары менән осрашҡанда үрҙә әйтелгән һорауҙарға яуаптар улар менән килешелде.
Лапы әҙерләргә урманға барыусыларҙың һис бер һылтауҙан да тере ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы киҫмәүен, ултыртылған ағастарға зыян килтермәүҙәрен, шулай уҡ лапы ботаҡтарын ҡалдырмауҙарын үтенәм – ҡалдыктар урманды сүпләй һәм янғын хәүефе тыуҙыра.
Шул дә мәғлүм булһын: тере ағастарҙы йыҡҡан өсөн административ, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа, килтерелгән зыянға ҡарап, енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған.
Законды кәрәкле тип иҫәпләйем, айырыуса ауыл халҡы өсөн, сөнки лапы олондары хужалыҡта утындан башҡа ба-ғаналарҙы алмаштырыу һәм башҡа ихтыяждар өсөн дә ҡулланылырға мөмкин.
Әлеге закондың үтәлеше буйынса кәртәләр тыуҙырған ваҡытта Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса миңә хәбәр итеүегеҙҙе үтенәм.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты.