Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге бойороғон үтәү маҡсатында 14 ғинуарҙан 15 февралгә тиклем Мәсетле районында юлһыҙ ерҙә йөрөүсе моттранспортты файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса «Ҡаргиҙәр» операцияһы уҙғарыла.
Операция барышында юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспортты фай-ҙаланғанда тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү саралары ойошторола, техниканың торошона билдәләнгән талаптарҙың үтәлеше, теркәү һәм ҡаргиҙәр менән идара итеүгә рөхсәт алыу ҡағиҙәләренең үтәлеүе тикшерелә.
Ҡаргиҙәр (квадроцикл) хужалары иғтибарына: РФ Хөкүмәтенең 1994 йылдың 12 авгусындағы “Рәсәй Федерацияһы территорияһында автомототранспорт сараларын һәм башҡа үҙйөрөшлө техниканы дәүләт теркәүе тураһында” 938-се ҡарарына ярашлы, ҡаргиҙәр хужалары уларҙы һатып алғандан һуң 10 тәүлек эсендә Дәүләт техник күҙәтеүе органдарында теркәргә бурыслы.
Теркәү йәшәгән урын буйынса түбәндә һаналып үткән документтар нигеҙендә башҡарыла: ғариза, шәхесте раҫлаусы документ, үҙйөрөшлө машинаның паспорты, һатыу-һатып алыу килешеүе, дәүләт пошлинаһын түләү тураһында мәғлүмәт.
Ҡаргиҙәр менән идара итеүгә “АI” категориялы тракторист-машинист таныҡлығы хоҡуҡ бирә.
Мәсетле районының төп дәүләт инспекторы.