Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Новости
18 Января 2019, 10:06

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары иғтибарына

25 ғинуарҙа һуғыш ветерандарының ҡала госпитале поликлиникаһында иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 1-гә тиклем Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказ хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Уның барышында Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедралары профес- сорҙары, доценттары, ассистенттары дауалау шарттары һәм госпитализациялау ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк, табип консультацияһы ойоштороласаҡ. Һуғыш ветерандарының ҡала госпитале поликлиникаһы адресы: Өфө ҡалаһы, Дан бульвары, 1”А”. Поликлиника регистратураһы телефоны: 8 (347)284-58-67.