Мәсетле тормошо
+15 °С
Облачно
Новости
18 Января 2019, 12:06

Өфөлә Ҡырым башлығы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде

Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов бөгөн Дуҫлыҡ ордены кавалеры булды. Тейешле указға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Бүләкләү тантанаһы ике республика делегацияларының осрашыуы ваҡытында уҙҙы. Ҡырым делегацияһы Өфөгә кисә кискеһен килде, бөгөн иртән эшлекле даирәләрҙең вәкилдәре үҙа-ара осрашты. Әле Башҡортостандың шифахана-курорт учреждениелары һәм ике төбәктең берлектәге туристик ҡеүәте менән таныштырыу бара.


Ҡырым ҡунаҡтары Өфөнөң бер нисә сәнәғәт һәм социаль объекттарында булырға ниәтләй.