Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Новости
18 Декабря 2018, 06:05

Рәсәйҙең һайлау системаһына – сирек быуат

1993 йылдың көҙөндә хәҙерге заман Рәсәй дәүләтселеген формалаштырыу юлында хәл иткес аҙымдар яһалды. Был процестар менән бер үк ваҡытта илдең яңы һайлау системаһын төҙөү барҙы, быйыл ул 25 йыллығын билдәләй.

Рәсәй Президентының 1993 йылдың сентябренән декабренә тиклемге бер нисә указы яңы һайлау системаһына башланғыс һалды. Процесс 1993 йылдың сентябрендә тәүге тапҡыр күп партиялы һайлау алдында торғанда РФ Президенты Борис Ельцин Федерация Советына һәм РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына һайлауҙар буйынса Үҙәк һайлау комиссияһын булдырҙы.

Федераль һәм төбәк референдумдары, төрлө кимәлдәге влас-тың вәкәләтле органдары һайлау-ҙарын уҙғарғанда Башҡортостандың һайлау системаһы һиҙелерлек роль уйнай. Һайлаусылар һаны (3050303 кеше) һәм участка һайлау комиссиялары иҫәбе буйынса (3391 даими комиссия) беҙҙең республика Рәсәй субъекттары араһында беренсе тиҫтәгә инә. Ике тиҫтә йыл эсендә республиканың һайлау комиссиялары тарафынан баһаһыҙ практик тәжрибә тупланған, һиҙелерлек ҡаҙаныштар бар. Миҫал өсөн, хәҙер федераль кимәлдә РФ-тың һайлауҙар һәм референдумдар тураһындағы закондарын кодлаштырыу кәрәклеге хаҡындағы тәҡдимдәр йышайғандан-йышая бара. Беҙҙең республикала был йүнәлештәге эш әле 1990 йылдарҙың икенсе яртыһында уҡ уҙғарыл-ғайны һәм 1997 йылдың 1 сен-тябрендә Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы кодексы ҡабул ителде. Һуңыраҡ Кодекстың хәҙерге заман Рәсәй йәмғиәтендәге һәм һайлау ҡануниәтендәге үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алыусы яңы редакцияһы раҫланды. Республиканың һайлау системаһы йыш ҡына һайлау процесына һәр төрлө технологик һәм техник яңылыҡтар индергәндә һынау полигонына әйләнә ине. Мәҫәлән, әле 2003 йылда Баш-ҡортостан Республикаһы Президентын һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау барышында 22 һайлау участкаһында һайлаусылар тауыштарын иҫәпләү өсөн бөтөнләй яңы, был ваҡытҡа әле саҡ-саҡ барлыҡҡа килгән электрон ҡулайламалар – һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) файҙаланылды. Ул саҡта улар тарафынан Өфө ҡалаһы Дим районының бөтә участка һайлау комиссиялары “ябылғайны”.

Миҫал өсөн, һуңғы йылдарҙа һайлауҙар тураһындағы ҡануниәткә етди үҙгәрештәр индерелде: һайлау ҡануниәтен боҙоусылар өсөн язалар енәйәти эҙәрлекләүгә тиклем ҡатыландырылды; һайлау алды уҙышында ҡатнашыусыларға, кандидаттар биографияларының “сафлығына” һәм һайлауҙарҙың финанс составының үтә күренмәлелегенә һәм башҡаларға талаптар артты. Һайлау системаһында заманса технологияларҙың роле артҡандан-арта бара. Уларҙың әһәмиәте, тәү сиратта, “кеше” факторының һайлауҙар һөҙөмтәһенә йоғонтоһон минималләштереү менән билдәләнә, хатта юҡҡа сығара, тип әйтер инем. Икенсе яҡтан, тауыштарҙы иҫәпләүҙең техник сараларын ҡулланыу йомғаҡ яһауҙы күп тапҡырға тиҙләтә, һайлау комиссиялары ағзаларының хеҙмәтен еңелләштерә.

Бөгөн һайлау ҡануниәтен артабан камиллаштырыу, уны гармониялаштырыу һәм унификациялау кәрәк. Шулай уҡ һайлау системаһының техник һәм кадр-ҙар өлөшөн ваҡыт талаптары менән ярашлылыҡҡа килтереү, төрлө категория һайлаусыларының ихтыярын белдергән ваҡытта ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү, депутатлыҡҡа кандидаттарҙы тәҡдим итеү һәм теркәү процедураһын ябайлаштырыу проблемалары актуаль. Уҙғарылыусы һайлауҙар-ҙың ғәмәлдәге ҡануниәткә ҡәтғи рәүештә тап килеүен тәьмин итеү элеккесә үк һайлау системаһының төп бурысы булып ҡала.

Һайлауҙарҙы ойоштороусылар һайлау системаһындағы үҙгәрештәрҙең һайлау процесының асыҡлыҡ, намыҫлылыҡ һәм үтә күренмәлелек принциптарын уның ниндәй ҙә булһа ҡыҫылыштан бойондороҡһоҙлоғон нығытыуға йүнәлтелгән булыуын теләй. Тап ошоға айырыуса иғтибар итте ошо йылдың октябрендә илебеҙ һайлау системаһының 25 йыллыҡ юбилейына арналған сығышында Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х. ВӘЛИЕВ.