Новости
5 Декабря 2018, 07:03

Әсҡәт Хәйруллин Өфө башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Әсҡәт Хәйруллин Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был вазифала ул 2017 йылдың декабренән вице-мэр булып эшләгән Артур Хромецты алмаштырҙы. Быйыл ноябрҙә Артур Хромец үҙ теләге буйынса эштән китте.


Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Әсҡәт Хәйруллин 1964 йылда Бәләбәйҙә тыуған. Өфө нефть институтын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.


Төҙөлөш комплексында ҙур эш тәжрибәһенә эйә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген төҙөлөш участкаһы мастеры һәм төҙөлөш тресында инженер булып башлай, «Башнефтезаводстрой» компанияһының генераль директоры вазифаһына тиклем юл үтә. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе шунда эшләне.