Новости
9 Ноября 2018, 11:02

Ноябрҙә магнит дауылдары

Ноябрҙәге магнит дауылдары йәҙүәле (расписаниеһы) геомагнит хәл-шарттар йәһәтенән айҙың ярайһы уҡ тыныс булмауын вәғәҙә итә. Ай башында көслө магнит дауылы буласаҡ, ул 11 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Бының менән генә тәбиғәттең “шаяртыуы” бөтмәй әле. Айҙың икенсе яртыһында тағы ла ике “дауыл” көтөлә, ләкин улар көсһөҙөрәк буласаҡ. Уртаса әүҙемлектәге геомагнит ярһыу 15-енән 18-енә һәм 21-енән 23 ноябргә тиклем билдәләнәсәк.