Мәсетле тормошо
+18 °С
Облачно
Новости
8 Ноября 2018, 10:01

Башҡортостанда ҡапыл -21 градусҡа тиклем һыуыта

Башгидрометүҙәк республикала ҡапыл һыуыта тип ашығыс хәбәр ебәрҙе. Синоптиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, 9-12 ноябрҙә төбәк биләмәһенә арктик һауа массалары килеп инә. Һауа температураһы төндә ҡапыл -10,-15°, аяҙытҡанда -16,-21° тиклем төшә.


Көндөҙ һауа температураһы -5,-10°, ҡайһы бер райондарҙа -15°. 9 һәм 10 ноябрҙә урыны менән ҡар яуа, айырым юл участкаларында боҙлауыҡ була.