Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы үҙ порталында 30 мең һумдан эш хаҡы менән яңы вакансиялар баҫып сығарҙы.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, «Башҡорт ит компанияһы» Бүздәк районында эшләү өсөн участка етәксеһе эҙләй.
Эш хаҡы – 38 мең һум, льготалар ҡаралған.
Өфөлә PECO-МЕД медицина страховка компанияһында эшләү өсөн медицина экспертизалары үткәреү һәм кәрәкле документация алып барыу өсөн табип-эксперт талап ителә. Кәмендә биш йыл эш тәжрибәһе кәрәк.
«Уфанет» эшкә система администраторын ҡабул итә (инвалидтар өсөн квота). Юғары белем һәм Windows өлкәһендә эш тәжрибәһе кәрәк.
Өфөләге «Авалон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә кәмендә өс йыл эш тәжрибәһе менән автодиагност талап ителә.
«Уралтрубопроводстройпроект» проект фирмаһы Өфөлә эшләү өсөн баш белгес эҙләй (инвалидтар өсөн квота). Эш тәжрибәһе һигеҙ йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Ошо уҡ ойошмаға эш тәжрибәһе һигеҙ йылдан кәм булмаған транспорт һәм һаҡлау ҡоролмалары бүлегенә баш белгес (инвалидтар өсөн квота) талап ителә.
Ҡырмыҫҡалыла «Экопродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә «В», «С», «Д» категориялы водитель-экспедитор кәрәк.
Стәрлетамаҡта «АЭРОМАШ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләү өсөн тәжрибәле цех начальнигы. Уның вәкәләттәренә цехтың етештереү-хужалыҡ эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү, шулай уҡ сығарылған продукцияның сифатын тикшереү инә.
Саҡмағош һөт заводы эшкә юғары белемле энергетикты ҡабул итә.
Ошо һәм башҡа вакансиялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте төбәктең Хеҙмәт министрлығы мәшғүллеге порталында алырға мөмкин.