9 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының граждандар ҡабул итеү төркөмө хеҙмәткәрҙәре тарафынан видеобәйләнеш режимында Мәсетле районы граждандары ҡабул ителәсәк.
Ҡабул итеү сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса урынлашҡан Мәсетле районы хакимиәтендә буласаҡ.
Алдан яҙылыу 8 (34770) 2-04-56, 2-04-62 телефондары буйынса 9.00-дән 18.00-гә тиклем, йома 9.00-дән 16.45-кә тиклем бойомға ашырыла, төшкө тәнәфес – 13.00-дән 13.45-кә тиклем.