Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Новости
19 Октября 2018, 14:47

Өфөлә дөйөм туҡланыу өлкәһендә вакансиялар йәрминкәһе уҙа

Өфөлә киләһе кесе йома йөндө, 25 октябрҙә, ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә дөйөм туҡланыу һәм сауҙа предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа.


Администратор, автомобиль водителе, йөксө, аҙыҡ-түлек ярым фабрикаттары етештереүсе, кассир, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, ашнаҡсы, һатыусы, слесарь, төрөп бәйләүсе, электрик, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителә.


Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем уҙғарыла.